Ул амбулатория шарттарында алыҫ йәшәгән һәм бәләкәй ауылдарҙа төпләнгән халыҡҡа реабилитация профиле буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Мобитрак нерв системаһы менән яфаланған, аяҡ-ҡулдарын протезлаған, баш мейеһе, умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән кешеләргә реабилитация үткәрергә уңай. Мобиль комплекс заманса тренажерҙар менән тәьмин ителгән. Улар махсус рәүештә ошо мобитрак өсөн эшләнгән.
Мәҫәлән, быныһы "Саңғы" тип атала һәм йәрәхәтләнгән кешене дөрөҫ атларға өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгән.
Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһы нигеҙендә үҙәкләштерелгән лаборатория эшләп килә. Был хеҙмәттең өс кимәл моделе анализдарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләү мөмкинлеге бирә. Йәғни, анализдар автоматлаштырылған рәүештә бер урынға туплана, пробиркаларҙы әҙерләй һәм күсерә, дөйөм ваҡытты 25-40 процентҡа кәметә. Баштан уҡ етештереү ҡеүәтен арттыра, табиптар һәм пациенттарҙың ваҡытын сарыф итмәй.
Бындай лабораториялар Башҡортостан башлығы башланғысы менән ойошторолдо һәм беренселәрҙән булып республика клиник дауаханаһында булдырылды. Волга буйы федераль округында иһә ошоға оҡшаш медицина учреждениеһы әлегә юҡ.
Мобиль комплекс һәм заманса лабораторияларҙы ҡарағандан һуң Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү буйынса Советтың һәм йыл йомғаҡтарына арналған Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коллегия ултырышында ҡатнашты. Уҙған йылда республикала 7 медицина учреждениеһының 9 подразделенияһында капиталь ремонт башҡарылған. 137 тиҙ сафҡа индерелә торған фельдшер-акушер пункты төҙөлгән. 10 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм 100-гә яҡын санитар автомобиль һатып алынған. Быйыл да Башҡортостан ауыл-ҡалаларында медицина учреждениеларын төҙөкләндереүҙе дауам итеү маҡсаты ҡуйыла.
Яңы поликлиникалар һәм ФАПтар төҙөү, табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән тәъмин итеү, ауыл табибы программаһы һәм компенсация түләүҙәре буйынса 175 белгесте йәлеп итеү кеүек мәсьәләләр ҙә алда тора һаулыҡ һаҡлау тармағы белгестәре алдында. Ултырыш барышында Радий Хәбиров алдынғы медицина белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.







