Республика райондарында һабантуйҙарға әҙерлек әүҙем бара

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре тамамланып килә, шуға ла республика райондарында иң халыҡсан байрам - Һабантуйҙарға әҙерлек башланды.

Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, һабан байрамдарын тәүгеләрҙән булып 30 майҙа Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары үткәрә.

Һуңынан 6-сы, 11-се, 13-сө июндә ул 47 район һәм ҡалала ойошторола. Һабантуйҙар июлдә генә тамамлана. Дүртөйлө районында 4 июлдә, Белорет районында 18 июлдә яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһаласаҡ.