Һыу ятҡылыҡтарында хәрәкәт иткән гидроциклдар, моторлы кәмәләр ҙә айырым иғтибарҙа. Башҡортостан ҡотҡарыусыларының йәнә бер белдереүе ата-әсәләргә бәйле. Махсус хеҙмәттәр балалары менән һыу буйына ял итергә килеүселәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Тәртип боҙған граждандарға штрафтар ҡаралған. Административ яза күләме 4 мең һумдан башлана. Волга буйы Федераль округы субьекттары араһында иң күп пляждарҙың тап беҙҙең республика өлөшөнә тура килгәнен иҫәпкә алғанда, ял итеүселәрҙең именлеген һаҡлау тәүге урындарҙа. Әйткәндәй, уҙған йылғы һыу инеү миҙгелендә Башҡортостанда 43 кешенең ғүмере тап йылға-күлдәрҙә өҙөлдө. Һәләк булыусыларҙың тиҫтәгә яҡыны – балалар.






