Балалар һауыҡтырыу лагерҙары ял миҙгелен асырға әҙер

Быйыл республика биләмәләрендә һауыҡтырыу һәм ял өлкәһенә ҡараған 1940 лагерь эшләйәсәк.

Улар йәй дауамында 440 меңдән ашыу балаға онотолмаҫ ял бүләк итәсәк.

Әлеге ваҡытта һуңғы әҙерлек эштәре бара. Йылы көндәр килеүенә мәктәп уҡыусылары айырыуса шат, сөнки дәрестәрҙән һуң саф һауала оҙағыраҡ уйнарға мөмкин. Әммә Даниэль Ғәлләмов быйылғы йәйҙең башланыуын айырыусы түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки уның каникулдары үҙенсәлекле үтәсәк.

Шул уҡ ваҡытта, балалар лагерҙарында эш ҡайнай. Мәҫәлән, “Огонек”та совет йылдарында төҙөлгән корпустарҙы капиталь ремонтлау тамамлана. Техник йыһазландырыу ҙа яңыртыла, электр үткәргесен алмаштыралар һәм заманса һыу менән тәьмин итеү, канализация системаһын урынлаштыралар. Корпустар эстән дә үҙгәрә: коридорҙар һәм балалар өсөн бүлмәләр интерьеры заманса мебель һәм уңайлы карауаттар менән йыһазландырыла. Бындағы йәшәү шарттары ҡунаҡхана уңайлыҡтарына яҡын. Эшселәр эшен йомғаҡлаһа, вожатыйҙар өсөн ул яңы башлана.

Балалар ялының хәүефһеҙлегенә хәҙер айырыуса иғтибар. Мәҫәлән, ҡотҡарыусылар күләмле күнекмәләр уҙғара. Улар сәләмәтлек үҙәктәренә яҡын-тирәләге урманда янғын башланып, көслө ел тиҙ арала лагерь яғына йүнәлә башлаһа, ниндәй ысулдар менән фажиғәне иҫкәртеп булыуын өйрәнә. Күнекмә ваҡытында ашығыс хеҙмәттәр тиҙ арала кешеләрҙе эвакуациялай, ә янғын һүндереүселәр ут сығанағын юҡ итә. Беренсе июндән республикала 1 мең 940 лагерь үҙ ишектәрен аса. Улар араһында даими ғына түгел, ә ваҡытлыса, йәғни, палатҡаларҙан торғандары ла бар. Башҡортостан Донецк менән Луганскийҙан да уҡыусыларҙы көтә. Был республикаларҙан 600 бала килергә тейеш. Каникулда субьектта 443 мең самаһы ялдың төрлө сараларына ҡушыла.Үҙ сиратында ата-әсәләргә дәүләт тә ярҙамға килә. Балаларға юлламалар алғанда сығымдарҙың бер өлөшөн субсидия ла ҡаплай. Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы 1 июндән башланһа ла, лагерҙарға юлламаларҙы ғинуарҙан алырға мөмкин. Һәм был осраҡта күп ата-әсәләр Ғәлләмовтар ғаиләһе кеүек үк, субсидия файҙаланған. Ата-әсәләр баланы ялға әҙерләнгәндә, балалар лагерҙан яңы дуҫтар һәм йылы хәтирәләр алып ҡайтыу өсөн каникулдар башланыуын түҙемһеҙлек менән көтә.