Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды

Сарала республика Хөкүмәте ағзалары, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ҡала хакимиәте етәкселәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров яңы сәнәғәт һәм социаль объекттарҙы ҡараны. Шулай уҡ төбәк етәксеһе 10 йәшлек Асельдың үтенесен дә үтәне. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.

Нефтекама — республиканың эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе. Ҡалала завод Һәм Башҡортостандың машиналар эшләү флагманы – «НефАЗ» нисәнсе йыл рәттән тотороҡло үҫеш күрһәтә. Һуңғы 5 йылда предприятие 160 миллиард һумдан ашыу продукция сығарған. Радий Хәбиров ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ошондай һандар менән таныштырҙы.

Башҡортостан башлығы предприятие етәкселегенә — кадрҙар мәсьәләһе, айырыуса белгестәрҙе уҡытыу йәһәтенән иғтибарлы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров шулай уҡ материалдарҙың сифатын һәм үҙенсәлектәрен тикшереүгә йүнәлтелгән заманса ҡорамалдар етештереүсе предприятие эше менән танышты. Республика башлығы компанияны үҙен ышаныслы тәьмин итеүсе һәм яуаплы етештереүсе булараҡ танытыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Инде алты йыл ул йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булып тора.

Нефтекама үҙе лә үҙгәрә. Яңыртылған хеҙмәт даны аллеяһы бындағы халыҡтың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урыны. Уны ҡаланың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы тураһында һөйләгән «ваҡыт Күсәре» тип тә атайҙар. Был идея уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса конкурста иң яҡшыларҙың береһе, тип таныла.

Халыҡ билдәләүенсә, иң мөһиме — яңы паркта йөрөү күпкә хәүефһеҙерәк.

Радий Хәбиров реконструкцияның беренсе этабы һөҙөмтәләре менән танышты. Ҡала Башҡортостандың иң төҙөк тораҡ пункттарының береһенә әйләнде, тип билдәләне республика башлығы. Хакимиәт алдындағы майҙанды үҙгәртеп ҡороу һәм уны парктың дауамы итеү планлаштырыла.

Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты ҡарамағындағы Нефтекамалағы „йәлеп итеү үҙәге» проекты ла федераль грант алыу конкурсында ҡатнашырға ниәтләй.

Яңы белем ғибәҙәтханаһы бөтә заманса талаптарға, шул иҫәптән, инклюзив белем биреү стандарттарына яуап бирә. Беренсе класс уҡыусылары араһында Асель Сәйетова ла бар. Әсәһе әйтеүенсә, сабый сағында ҡыҙы әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан була, әммә өс йәшендә ҡыҙ йөрөү мөмкинлеген юғалта. Республика Башлығы менән тәүге танышыу хосписта үтте.

Ауыр сир уҡыуға ҡамасауламай. Ҡыҙ бүләк әҙерләп төбәк башлығын уҡыу йортона саҡыра.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре һәм тол ҡалған ҡатындары менән осрашып, ҡайғыһын уртаҡлашты, күрһәткән батырлыҡтары өсөн генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

Республика етәксеһе һәләк булған яугирҙарҙың балалары нисек уҡыуы тураһында ҡыҙыҡһынды, уҡыу йортона уҡырға ингәндә ташлама булыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ, Башҡортостанда хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү йәһәтенән күрелгән саралар тураһында билдәләп китте.

Яугирҙарҙың яҡындары шәхси һорауҙары менән мөрәжәғәт итте, Радий Хәбиров урындағы властарға уларҙы хәл итергә ҡушты.