Был биләмә хужаһы, 22 йәшлек Алексей Гогуновҡа һәм уның дуҫы Артемий Ғәлихановҡа кеүек үк, урындағы халыҡҡа ла яҡшы таныш. Йәй улар йыш ҡына баҡса ширҡәтенә ял итергә килә, тип хәтерләй күршеһе Рима Ғарипова.
Шул фажиғәле кистә егеттәргә өсөнсө ҡатнашыусы — 18 йәшлек Вилдан Патербаев, Артемий Ғәлихановтың өс туған ҡустыһы ҡушыла. Бына ул, тәфтишсегә булған хәлде нисек бар шулай һөйләп бирә, әйтерһең дә, әлегә тиклем нимә эшләгәнен аңламаған. Уның һүҙҙәренсә, был соланда йәштәр спиртлы эсемлектәр эсә, шунан һуң улар араһында бәхәс башлана.
Барыһы ла урында уҡ яйға һалына, Артемий менән Алексей тынысланып йоҡларға ята. Ә Вилдан Патербаев иптәштәренә асыуланып, табындағылар йоҡлап киткәс, уларға бысаҡ менән ташлана. Беренсе булып һөжүмгә өс туған ағаһы эләгә. Артемий Ғәлиханов һаҡланырға тырышып, ҡаршылыҡ күрһәткән булһа ла, һөжүм итеүсе уға алты тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Күп төрлө йәрәхәттәрҙән 21 йәшлек егеттең урында уҡ ғүмере өҙөлә. Икенсе зыян күреүсе иҫән ҡала.
Вилдан Патербаев ашығыс ярҙам саҡырырға маташа, әммә булдыра алмай, хәленән килмәй. Хоҡуҡ һаҡлаусыларға уның туғаны шылтыратып әйтә, асыҡланыуынса, енәйәтсе видеоэлемтә аша барыһын да күрһәтеп һөйләп биргән. Судта тәфтишсе енәйәтсене һаҡ аҫтына алыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре фажиғәнең нескәлектәрен асыҡлауын дауам итә, шул уҡ ваҡытта ғәйепләнеүсе суд ҡарарын тикшереү изоляторында көтә. Хәҙер енәйәт ҡылған егеткә 2 кешене үлтереү һәм үлтерергә маташыу өсөн 20 йылға тиклем хөкөмгә тарттырыу янай.






