Республикала, мәҫәлән, Лука Крымскийға һәйкәл ҡуйыласаҡ. “Китап байрам” да меңәрләгән кешеләрҙе бергә туплай. Ошо хаҡта дүшәмбеләге оператив ултырышта Радий Хәбиров белдерҙе. Өфөлә дәүләт башлығы ярҙамсыһы Владимир Мединскийҙы ла көтөләр. Кәңәшмә һәм унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин яҙмаһында.
Башҡортостан яһалма аҡыл системаһын ҡулланыуҙы стратегик йүнәлеш тип иҫәпләй. Республика ошо йәһәттән бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланырға тейеш. Радий Хәбиров билдәләүенсә, замана алымының иҡтисад, сәйәсәт, етештереү, һаулыҡ һаҡлау, ғөмүмән, бөтә тармаҡтарҙа булыуы шарт.
Башҡортостан башлығының кәңәшмә барашындағы ҡайһы бер белдереүҙәре айырым иғтибарҙа. Шишәмбелә, республика мәктәптәрендә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы. Көмөш тауышлы ҡыңғырау моңо быйыл 9-сы һәм 11-се синыфтарҙы тамалаусы 50 меңдән ашыу үҫмер өсөн яңғырай. 1 мең 200 мәктәп, гимназия, лицейҙарҙа был көндө һаҡлыҡ иң юғары кимәлгә ҡуйыла.
Республикала байрамдар ике көн рәттән үтә. Шишәмбелә “һуңғы ҡыңғырау” яңғыраһа, шаршамбыла Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көтә. Ҡорбан ғәйетенең аҙна уртаһына тура килеүе сәбәпле, был көн “байрам” тип иғлан ителде. Ә бына ҡорбанға салынасаҡ малдарҙың һаулығы һәм сирләмәүе етди күҙәтеүҙә.
Байрам байрам урынында. Башҡортостан бөгөн төп көстө сәсеүгә йүнәлтә. Республика хужалыҡтарында был кампания әлегә яҡынса 80 процентҡа теүәлләнгән. Әммә, сәсеүҙең ҡатмарлашыуы ихтимал. Республикала аҙна ярым самаһы ямғыр фаразлана.
Дүшәмбе кәңәшмәһендә аталған ҡайһы бер һандарға туҡталырға кәрәк. Бөгөн Рәсәй ҡалалындағы юғары уҡыу йорттарында Башҡортостандан 15 мең студент белем ала. Уларға эш тәжрибәһе туплар өсөн махсус кадрҙар үҙәге асылғайны. Әлегә иһә унда 106 ғариза тапшырылған. Ә мәктәптәрҙе быйыл тамамлаған уҡыусыларҙың әлегә үҙ хәстәре. Улар имтихандарға әҙерләнә.
Башҡортостанда был аҙнала уҙасаҡ күләмле ҙур мәҙәни саралар теҙмәһе лә иғлан ителде. Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов һүҙҙәренә ҡарағанда, программаларға республика райондары ла индерелгән.
Хәүефһеҙлек һәм тағы бер тапҡыр хәүефһеҙлек. Республика башлығы кәңәшмәлә Башҡортостанда именлек ҡағиҙәләрен теүәл ваҡытында үтәргә саҡырҙы.






