Әмир Әғзәмов 11 класы уҡыусыһы. Һуңғы ҡыңғырауҙы барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көттөк, физика һәм профилле математика фәндәренән имтихандарға әҙерләнеү менән бер рәттән вальс та бейергә өйрәндек, ти егет.
Был сығарылыш класс уҡыусыларының туған 35-се белем биреү үҙәгендә һуңғы һәм иң тулҡынландырғыс көнө. 11 йыл бер миҙгел кеүек. Оялсан беренсе синыф уҡыусыһынан ышаныслы сығарылыш уҡыусыһына тиклем юл үтеп, улар оло тормошҡа аяҡ баҫа. Күптәр өсөн мәктәп-белем һәм тоғро дуҫтар бүләк иткән икенсе йорт.
Өй эштәре, дәрестәр һәм тәнәфестәр – былар барыһы ла артта ҡалды. Уҡыу ваҡытында улар ысын ғаиләгә әйләнә. Сығарылыш класс уҡыусылары менән айырылыу һәр саҡ еңел түгел. Быға ҡарамаҫтан 11 йыл эсендә 84 уҡыусы белем туплап үҙҙәренең тормош юлын башлап Был көндө ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа күҙ йәштәрен тыя алмай. Бер үк ваҡытта шатлыҡлы ла, күңелһеҙ ҙә мәл. Иң йылы һәм изге ҡотлауҙар мөғәллимдәрҙән, тәүге уҡытыусынан һәм яңы ғына белем донъяһына юл алғандарҙан...
Һуңғы ҡыңғырау ваҡыты килеп тә етте.
Мәктәп менән бәйле хәтирәләр оҙаҡламай бары тик күңел түрендә генә һаҡланып ҡаласаҡ. Берҙәм Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып теләгән уҡыу йорттарына инербеҙ, тигән ышаныста уҡыусылар.






