Тейешле бойороҡҡа Оборона министры Андрей Белоусов ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, бындай мөмкинлек яугирҙың ике ғаилә ағзаһына йә ике яҡын туғанына бирелә. Улар йәшәгән урынынан хәрбиҙең дауаланған урынына бушлай барып етә ала.
Яраланған яугир янына бушлай барып етергә мөмкин
Махсус хәрби операцияла ирекле формированиялар составында хәрби бурысын үтәгәндәрҙең ғаилә ағзалары һәм иң яҡын туғандары ошондай хоҡуҡ алды.






