Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, ошо аҙнала Һаулыҡ поездары Кушнаренко, Краснокама, Дыуан, Бүздәк, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Учалы райондарының тораҡ пункттарына юлланасаҡ.

Уҙған аҙна дауамында табиптарҙың мобиль бригадалары 126 тораҡ пунктта 54 меңдән ашыу медицина тикшереүе үткәргән, 15 меңдән ашыу рентген эшләнгән. Һөҙөмтәлә онкология, шәкәр һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары буйынса меңдән ашыу шик асыҡланған.

«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы, әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.