Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан ваҡытта льгота менән файҙаланған. Благовещен ҡалаһынан хәрби тәүҙә йортон төҙөп бөтөргә йыйынған, һөҙөмтәлә 4 бүлмәле фатир һатып алған. Күп балалы атайҙың ҡыуанысын беҙҙең хәбәрселәр уртаҡлашты.
Ғаиләлә күп бала булғанда һәр береһенә иғтибар талап ителә. Береһен самокатта, икенсеһен велосипедта йөрөргә өйрәтергә кәрәк, ә яңы ғына донъяға килгән улынына айырым мөнәсәбәт. Ике аҙна ял Ринат Хайбрахмановҡа бөтөнләй етмәй тиерлек. Ир ғаиләһе менән шәхси йортта йәшәй. Алты йыл элек ер алып, бәләкәй өй төҙөп сыҡҡан. Яйлап уны ҙурайтырға уйлаған, әммә ишле ғаилә башлығы махсус хәрби операцияға юлланған.
Ринат Хайбрахмановтың йөҙөнән йылмайыу китмәй. Ир яңы төҙөлгән йорттан 4 бүлмәле фатир һатып алған. Бындай бәхет һәр кемгә тиҙ генә эләкмәй. Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһына сиратҡа 2023 йылда тора. Бер айҙан Донбасты азат итергә юллана.
Ишле ғаилә башлығы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы булараҡ Ринат Хайбрахмановҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн быйыл 3 миллион 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырылған. 4 бүлмәле фатир булған йорт киләһе йылда төҙөлөп бөтә. Ир атаһы менән, ул да махсус хәрби операцияла ҡатнаша, бергәләп торлаҡ төҙөлөшөн ҡарарға килде.
Сертификат кеүек льготанан тыш Ринатҡа төҙөлөш ойошмаһы ташлама эшләгән. Уның етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам итә, үҙе лә гуманитар ылау менән фронтҡа бара, Башҡортостан полкын кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә.
Ринат Хайбрахманов әйтеүенсә, торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән. Хәҙер ул ҡалған ял көндәрен ғаиләһе менән үткәрә, артабан йәнә хәрби бурысын үтәргә юлланасаҡ.






