Һуңғы арала киң мәғлүмәт сараларында феминизм тигән һүҙ бик йыш ишетелә башланы. Дәүләт башлыҡтарының рәсми сәфәре барышында ҡаршылыҡ акцияһына сығыу булһынмы, ҡарарҙарға ризаһыҙлыҡ белдереп ярым шәрә урамдан үтеү булһынмы, быларҙың барыһы ла “Фемен” хәрәкәте тарафынан ойошторола. Ҡайһы саҡ сибек кенә ҡатындар алдында хатта мыҡты кәүҙәле полиция хеҙмәткәрҙәре лә көсһөҙ булып сыға. Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһымы әллә хоҡуҡтар өсөн көрәшеүсеме? Был һорау хәҙер киң мәғлүмәт сараларында төп мәсьәләгә әйләнә бара. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар ир баш, ҡатын муйын тигән тәғлимәтте кире ҡаға һуң? Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ көсһөҙ заттан көслөгә әйләнә бара? Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар көн һайын тиерлек үҙенең көсһөҙ зат түгеллеген раҫларға мәжбүр? Тарихҡа күҙ һалһаң, феминизм хәрәкәте элек-электән үк булған, ти социолог Ильгиз Солтанморатов. Социологик тикшереүҙәргә ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙҙар феминизм хәрәкәтенең ыңғай яҡтары күберәк, тип иҫәпләй. Гүзәл заттарҙың хоҡуғын яҡларға ла тап ошо йүнәлеш ярҙам итә.Башҡортта таяҡ ике яҡлы тигән мәҡәл бар. Йәғни, феминизмдың да кире яҡтары бихисап. Тарихсылар әйтеүенсә, феминизм яҡынса ике йөҙ элек барлыҡҡа килгән. Был йүнәлештең бер-нисә этабы ла бар.Тарихи мәғлүмәттәр буйынса феминизм өс этабтан тора. 1-се этабы егерменсе быуаттың егерменсе йылдарына тура килә. Ҡатын-ҡыҙҙар тауыш биреү хоҡуғына эйә була. Һайлауларҙа иң беренселәрҙән Яңы Зеландия, Австралия,Финляндия, Норвегия, Дания һәм Исландия ҡатындары ҡатнаша.2-се этабы ошо уҡ быуаттың 60-cы йылдары. Тап ошо осорҙа ҡатын-ҡыҙҙар ғаиләлә ир менән ҡатындың тигеҙ булыуы өсөн көрәшә, карьера эшләүгә хоҡуҡтары барлығын да дәлилләй. Гүзәл заттарҙың кейемдәре араһында салбар-джинсалар ҙа барлыҡҡа килә.3-сө этап егерменсе быуаттың 90-сы йылдары. Был ваҡытта иһә ҡатындар власҡа килә. Бейек күтәрмәле аяҡ кейемдәре, сағыу макияж. Башҡортостанда феминизм хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе- Рабиға Ҡушаева. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн тәүге „Азат ҡатын„ газетаһын ойоштороусы, сәйәсмән, мәғрифәтсе, 1917 йылда Ырымбурҙа башҡорттарҙың сьезында ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһен күтәреп сыға. Йыйында күп ҡатынлылыҡҡа ҡаршы, теләгән кешеңә кейәүгә сығыу, айырылыу хоҡуғын булдырыу талаптары ҡуйыла.Тарихсылар әйтеүенсә, был йүнәлештең идеяһы һәйбәт булған һәм феминист ҡатын-ҡыҙҙар бик күпте яулай алған. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың төп роле әсә булыу һәм ғаилә усағын һүндермәү, ти Илгиз Солтанморатов... Ир һүҙенә ҡаршы килмәү, әсә булыу, бала бағыу. Был мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына тәбиғәттән бирелгән. Ян-ял ҡуптарыу һәм кемдең өҫтөнөрәк булыуын асыҡларға тырышыу динебеҙгә бөтөнләй зас түгел. Мосолман ҡанундары буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ эшен асыуы, иренең етәксеһе булыу һәм унан күберәк аҡса эшләп ғаиләне матди яҡтан тәъмин итеүе һис тә насар түгел, ти Башҡортостан мосолманадыр диниә назаратынан Айнур Арыҫланов. Ғәҙәттә матур, сибәр һәм үҙҙәрен үтә аҡыллы, тип иҫәпләгән, шул арҡала кейәүгә сыға алмаған ханымдар был хәрәкәтте үҙ итә, тигән ҡараш та йәшәп килә.Ҡатын-ҡыҙ башҡорт йәмғиәтенең тормошонда элек-электән мөһим роль уйнаған. ХХ быуат башында ҡатындарҙың һәр яҡтан да ирҙәр менән тиң булыуын арҙаҡлы фәйләсүф Ризаитдин Фәхретдин таныған. Әлбиттә был хаҡта бик оҙаҡ бәхәсләшергә, кемдеңдер дөрөҫлөгөн дәлилләргә йә булмаһа инҡар итергә мөмкин. Тик ҡатын-ҡыҙҙың үҙ аллы, көслө шәхес булырға ынтылыуы хәҙер инде бер кемгә лә сер түгел.
Ир-баш ҡатын-муйын
Тулыраҡ: Ир-баш ҡатын-муйын