10 меңгә яҡын мөрәжәғәттең береһе лә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ

Тулыраҡ: 10 меңгә яҡын мөрәжәғәттең береһе лә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ

Кисә Республика башлығы тура бәйләнеш ваҡытында халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе. Эфир ваҡытында яңғыраған 40-ҡа яҡын һорауҙың бер нисәһе буйынса урында уҡ бойороҡтар тапшырылды. Кешеләрҙе күберәк социаль мәсьәләләр, медицина, эш урындары, уңайлы мөхит һорауҙары борсой. Иң мөһим мәсьәләләр хаҡында туранан-тура. Республика башлығы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү 3 сәғәткә яҡын дауам итте. Һәм был, тура бәйләнеш ваҡытындағы берҙән-бер рекорд түгел. Рөстәм Хәмитов 40-ҡа яҡын һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Киң форматта 10-сы тапҡыр ойошторолған эфир төбәктең иң көнүҙәк мәсьәләләрен асыҡлай. Республика халҡынан ҡабул ителгән 9 меңдән ашыу һорауҙың өстән бер өлөшө торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа һәм юлдар торошона ҡағыла. Өфөлә йәшәүселәр Рөстәм Хәмитовтан мәрәкә ҡатыш етдилек менән баш ҡала урамдарынан автомобилдә үткәндә мэрҙы ниндәй һүҙҙәр менән иҫкә алаһығыҙ тип һораны. Республика башлығы быйыл ҡыш ҡала юлдарының ҡарға күмелеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Пассажирҙар ташыу өлкәһендә килеп тыуған хәлдәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Миҫал итеп күршеләш Белорет һәм Учалы ҡалаларындағы хәлде атаны. Тәүгеһендә тармаҡта криминал хөкөм һөрә, бер нисә саҡрымда ятҡан Учалыла пассажирҙар ташыуҙы тулыһынса дәүләт предприятиеһы башҡара. Проблеманың сәбәбе – ваҡытында мәсьәләне хәл итер урынға ҡул һелтәү. Хәҙер тәртип урынлаштырыу күпкә ауырға төшәсәк.Статистикаға килгәндә, һорау биреүселәр араһында студенттар һәм оло йәштәгеләр әүҙем, мөрәжәғәттәрҙең 70 проценты ҡатын-ҡыҙҙарҙан. Ҡыҙыу линия ваҡытында райондарҙан видеомөрәжәғәттәр ҙә яңғыраны, Мәҫәлән Дыуан районында йәшәүселәрҙе эшһеҙлек мәсьәләһе борсой.Халыҡты борсоған тәүге 3 проблема исемлегендә торлаҡ төҙөлөшөнә өлөшләтә аҡса һалып алданыусылар ҙа бар. Халыҡтың ышаныусанлығы менән файҙаланып йүнһеҙ йүнселдәр миллиондарса бурыстар менән кешеләрҙе тишек кәритәгә ултырта. Һуңғы 5-6 йыл эсендә генә 4 меңгә яҡын бындай алданыусыларҙың проблемаһын республика бюджетынан аҡса бүлеп хәл итерг тура килгән. Әле тағы ла 3 мең ярым кеше ошондай хәлдә.Үткән йылдарҙағы аралашыуҙарҙан айырмалы һорауҙар һаны кәмегән. Тимәк күп мәсьәләләр урында хәл ителә. Шул уҡ ваҡытта кешеләр шәхси проблемаларға ҡарағанда глобаль мәсьәләләргә өҫтөнлөк бирә. Был юлы иҡтисадҡа бәйле һорауҙар бик күп яңғыраны. Бәйләнеш ваҡытында хәбәрселәр менән бергә йәмәғәтселәр, депутаттар, фән һәм башҡа тармаҡ вәкилдәре лә үҙ һорауҙарын бирә алды. Һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләүселәргә үҙ эшен яратырға, Өфөгә Мәскәү миҫалында хрущевкаларҙы һүтеү мөмкинлектәрен өйрәнергә, мәғариф министрлығына субсидия юллауға справкалар туплау ваҡытын 1-2 айға оҙайтырға. Бойороҡтар бәйләнеш барышында уҡ тапшырылды.3 сәғәткә яҡын дауам иткән тура бәйләнеш ваҡытында тағы ла 1 меңгә яҡын һорау килде. Уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ тине Рөстәм Хәмитов.