Республиканың төрлө төбәктәренән хәүефле мәғлүмәттәр килә. Ҡайһы бер ауылдарҙа йорт ихаталарын һыу баҫһа, икенсе төбәктәрҙә йылғалар юлдарҙы йыуа. Белорет районы Ғәбдөк ауылында йәшәүселәр йорттарын ҡалдырып ҡалҡыу урындарға сыҡҡан. Малдар ҙа имен урындарға күсерелгән. Мәктәп ваҡытлыса ябылған. Халыҡ бик ҙур хәүеф менән боҙ киткәнен күҙәтә. Әгәр тығын була ҡалһа, ауыл һыу аҫтында ҡаласаҡ. Яҙ етеү менән ауыл халҡының төнгө сәфәргә сығыуы көн тәртибенә әйләнде. Таңғы 5-6-ға тиклем улар һыу кимәлен тикшерә. Сөнки уйламаған ваҡытта яҙғы ташҡын көсәйеп йорттарҙы баҫыуы ихтимал.Кәмә, фонарҙар, резина итек. Ғәбдөк ауылы халҡы йылда ташҡынға етди әҙерләнә. Боҙ ҡуҙғала башлағас та, яр ситендә йәшәгән ғаиләләр туғандарына күсенә, мал-тыуарын тауға мендерә. Ауыл старостаһы халыҡ менән көн һайын боҙ ҡарауыллай . Кеше ғүмерен һәм йыйған мөлкәтте һаҡлап ҡалыу – уларҙың төп маҡсаты. Һауа торошона ҡарап бер төн эсендә һыу 70 см-ға тиклем күтәрелеүе ихтимал. Йөйәк ауылынан Инйәр үҙәнендәге боҙ тулыһынса ҡуҙғалды, әммә ауылдан 3 саҡрым йыраҡлыҡта боҙ тығыны барлыҡҡа килгән, шуға ла әле тынысланырға иртәрәк, ти Ғәбдөктәр. Әгәр ҙә ул ҡуҙғалмаһа, һыу йыйылып йорттарҙы тулыһынса баҫыуы ихтимал. Йәштәр һәм Инйәр урамдарындағы 87 йортҡа хәүеф янай.Төпкөл ауылды ҙур донъя менән бәйләп тороусы юл тулыһынса һыу аҫтында ҡалған. Шуға ла район үҙәгенә барыр өсөн халыҡҡа нисек кенә хәүефле булмаһын тимер юлы буйлап атларға йә иһә поезда барырға тура килә.
Башҡортостанда ташҡын башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда ташҡын башланды