Ул әле лә 18 быуат аҙағы һәм 19 быуат башынан ҡалған Ҡөрьән китабын хаҡлап тота. Оло йәштәге ханым хәҙер үҙенең оҫталығы һәм белеме менән уртаҡлаша.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Рабиғә инәй Ҡөрьәнде ғәрәп телендә уҡый. Бала-сағынан дингә тартыла, тиҙерәк уҡырға өйрәнеү теләгем ҙур булды, ти абыстай.
Тормошҡа сығып, 25 йәшендә Өфөгә күсеп киләгәс тә, юлына динде яҡшы белгән кешеләр осрай. Абыстайҙарға эйәреп, Ҡөрьән аштарына йөрөп, салауаттар әйтергә өйрәнә. 95 йәшен тултырған Рабиға Закирова зиһенле һәм теремек. Бының серен бик ябай аңлата ул — 70 йыл дин юлында булыуы менән. Нәҫелендә лә көслө дин әһәлдәре бихисап.
Әле һаҡлап тотҡан 18-се быуат аҙағы һәм 19-сы быуат бушынан ҡалған Ҡөрьән китабтары мираҫ булып быуындан-быуынға күсә килә. Рабиға апай уларҙы өс тыуған ҡустыһы — имам-хатибҡа тапшыра.
Рабиға апайҙан күп нәмәгә өйрәндек, ти имам-хатиб. Үҙе лә дин юлына баҫып, белем алып, ауылында имам-хатиб итеп һайлана һәм уның башланғысы менән ауылда мәсет төҙөлә.
Рабиға инәй яҡындары һәм туғандарына үҙе белгәндәрен, дин нескәлектәрен өйрәтергә тырыша. Яҡындары әйтеүенсә, был эште ул ҙур теләк менән башҡара.
Рабиға инәйҙең ике ҡыҙы ла әсәләренә ярҙам итешә, уға башҡа кешеләр шылтыратып фатиха алалар һәм доға уҡыталар.
Был көндәрҙә халҡыбыҙ Ҡорбан байрамын билдәләй. Мосолмандарҙың иң изге байрамдарының береһен Закировтар ғаиләһе лә ҡорбан салып, итен бүлешеп, яҡындарын саҡырып, табын артында ҡаршылай.







