Альбанов музейына - 5 йыл!

Өфө бөтә илдән ҡотопсоларҙы һәм арктиканы тикшереүселәрҙе үҙендә йыйҙы.

Баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә данлыҡлы яҡташыбыҙ Валериан Альбановҡа барельеф асылды. Билдәле ҡотопсоноң тыуған көнөндә йыл һайын уҙғарылып килгән Альбанов уҡыуҙары ла старт алды. Быйыл сара икеләтә әһәмиәтле. Музейға теүәл 5 йыл. Альбанов уҡыуҙары өс көн дауам итәсәк. Йола буйынса, был сара «Китап‑Байрам» алдынан ойошторола.