Сара алтмышлаған автомобилде тупланы һәм илдә фонд филиалдары асылыуға 3 йыл тулыуға арналды. Колонна Өфөләге Шайморатов һәйкәле янынан ҡуҙғалды һәм билдәле комдивтың тыуған яғы – Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылына юлланды.
Автоуҙышта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, йәрәхәтләнеп, аяҡ-ҡулдарын юғалтып, фондтан машина алған ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары, "Төнгө бүреләр" байкер клубы вәкилдәре, фонд ағзалары ҡатнашты. Улар һәйкәлдәргә сәскәләр һалды, митингта сығыш яһаны.







