Серәкәй һөжүме

Республикала серәкәйҙәр һөжүме.
  • Серәкәй һөжүме
Быйыл һауа торошоноң үҙенсәлектәре арҡаһында илдең бер-нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, серәкәйҙәр һаны артыуы күҙәтелә. Өфөлә улар 3-4 аҙнаға иртәрәк килеп сыҡты.
Ҡан һурғыс бөжәктәрҙең артыуы ҡыштан уҡ улар өсөн тыуҙырылған уңайлы һауа шарттары менән бәйле. Күпләп яуған ҡар серәкәй ҡарышлауыҡтарын һәм йомортҡаларын сатлама һыуыҡтарҙан һаҡлаған. Иртә килгән яҙ иһә уларҙың өлгөрөүен тиҙләткән.