Уның тәүге көнөндә фестивалдең художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы- Сергей Безруков «Бәләкәй принц» музыкаль әкиәте менән сығыш яһаны. Мәҙәни форум барышында тамашасыларға төрлө спектаклдәр, нәфис һәм анимация фильмдары, яҙыусылар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.
Ҙур Балалар фестивале йыл һайын үткәрелә торған һәм сәнғәт өлкәһендә күп йүнәлешле мәҙәни форум. Уны ойоштороу һәм уҙғарыуҙы 2018-се йылда билдәле актер Сергей Безруков тәҡдим итте. Фестиваль маҡсаты — балалар һәм үҫмерҙәрҙе театр, кино, анимация, әҙәбиәт өлкәһендәге профессионалдар тарафынан ижади проекттар менән яҡындан таныштырыу. Проект авторҙары ла бөгөн балалар өсөн театр түңәрәктәренең мөһим булыуын айырым әйтә.
Фестивалдә ҡатнашыусылар исемлеген эксперттар төҙөһә лә, төп бурыс һәм баһалау балалар яуаплығында. Сөнки, йәш актерҙар оҫталығын, еңеүселәрҙе лә тап балаларҙан торған төркөм билдәләй. Быйыл программа айырыуса киң. Үҙ һөнәрен күрһәтергә Рәсәйҙең 76 төбәгенән 600-гә яҡын ижади коллектив, 15 000-дән ашыу бала теләк белдергәйне. Тамашасылар иһә тағы ла күберәк. Тиҫтерҙәре ижадын 150 мең самаһы үҫмер йыл дауамында күҙәтеп барған. Ә интернет транслацияларҙы ҡараусылар һаны 3 миллион тамашасы.
Ҙур Балалар фестивале федераль исемлектә. Ул "Ғаилә" милли проекты пункттарының береһе. Уны Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар Фонды һәм “Бәләкәй Ватан Мәҙәниәте” проекты ла финанс ярҙам күрһәтә. Фестивалде Өфөлә уҙғарыу өсөн Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы 10 миллион һум бүлгән.
Өфөлә был көндәрҙә илдең төрлө төбәктәренән килгән йәш артистар үҙ оҫталығын күрһәтә. Улар спектаклдәр ҡуя, кино һәм анимациялағы тәжрибәһе тураһында һөйләй.
Фестивалдең программаһы ла киң. Авторҙар һәм иллюстраторҙар менән осрашыуҙар, балалар һәм үҫмерҙәргә махсус оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар. 2021 йылдан башлап «Ауаз» фестивале Рәсәйҙең 14 төбәгендә үткән. Башҡортостанда ғына, мәҫәлән, бер-нисә көндә 12 спектакль күрһәтелә.
«Бөтә өлкәндәр ҙә башта балалар булған, тик уларҙың бик аҙҙары ғына был хаҡта хәтерләй». Антуан де Сент-Экзюпериҙың «Бәләкәй принц» әкиәте төрлө йәштәге уҡыусыларға тәғәйенләнгәнде һәммәбеҙ ҙә белә. Балаларға ул планетанан планетаға сәйәхәт итеү, донъяны танып белергә һәм мөхәббәт һәм дуҫлыҡты өйрәткәне өсөн, ә өлкәндәргә фәлсәфәүи тәрәнлеге менән оҡшай. Француз композиторҙарының билдәле әҫәрҙәре лә тап ошо әкиәткә нигеҙләнгән музыкаль контексттан тора. был композициялар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Эстрада-джаз оркестры башҡарыуында яңғыраны. Тамашасылар Мәскәү Губерния театры оркестрының баш дирижеры Сергей Пащенконың ижадын да шәхси баһалай алды. Музыка һәм автор һүрәттәре, ҙур экрандағы сағыу видеоинсталляциялар йәш тамашасыларға бәләкәй батша менән сәйәхәткә сығырға ярҙам итте. Һәр кем күңелендә үҙен бала итеп тоя. Был кис тә тамашасыларҙа мөғжизәгә ышанысты арттырҙы.







