Өфө ике көнгә "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе"нә әүерелде

Баш ҡалабыҙҙың "Торатау" Конгресс-холында VI "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үҙ эшен башланы.
  • Өфө ике көнгә "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе"нә әүерелде

Хәйриә проектына Рәсәйҙең генә түгел, бөтә донъяның төрлө илдәренән, республикабыҙҙың һәр район-ҡалаһынан өлкәләрҙә эшләгән әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды.

Әсә кешегә бағышланған шиғыр юлдары менән Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Соколов «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе » Бөтә Рәсәй асыҡ академияһын асып ебәрҙе. Быйыл форум сәнғәт темаһына бағышлана. Театр һәр кемгә үҙен танырға мөмкинлек бирә. Был бер-береңде ҡабул итеү, яратыу, хөрмәт һәм ярҙам итеү сәнғәте, тип билдәләне "Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова.

Академия буш һөйләшеүҙәр түгел, ә тәү сиратта әүҙем ярҙам. Бында күп ҡатын-ҡыҙҙар килә, медик консультация, ойоштороу ярҙамы ала. Һәм был Академияның төп бурысы, уның төп ҡиммәте, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Сара сиктәрендә төрлө тәңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Гүзәл заттарға үҙ хис-тойғоларын ҡабул итергә кәрәк, сөнки быларҙың барыһы ла киләсәк быуындарға туранан-тура йоғонто яһай. Ата-бабаларыбыҙ үтәгән йолалар ҙа бик мөһим роль уйнай. Ошо һәм башҡа темалар тураһында форум сиктәрендә мейе һәм эпигенетика өлкәһендәге тикшеренеүсе Евгения Попова һөйләне.

Наилә Әбүбәкерова Сибай ҡалаһынан килгән. Уның улы Денис махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк була. Ошондай саралар беҙҙең кеүек әсәләргә, тол ҡалған ҡатындарға бик кәрәк, ти Наилә ханым.

Форум сиктәрендә "Барыһы ла Еңеү өсөн" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Бында ирекмәндәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм мәҙәни проект вәкилдәре, һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, социаль координаторҙар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар осрашты. Белгестәр хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙамды нисек һөҙөмтәлерәк ойошторорға кәңәштәрен бирҙе.

Торатау конгресс холында ҡатын-ҡыҙ тормошона бәйле булған файҙалы күргәҙмә лә үҙ урынын биләне.

Алты йыл эсендә Башҡортостандың ҡала һәм райондарында 49 ҙур ваҡиға үтте. Проект республиканың тиҫтәләгән муниципалитетын үҙ эсенә алып, уларҙың ижтимағи һәм социаль тормошоноң мөһим өлөшөнә әйләнгән. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» нең үҙенсәлеге шунда: проект Өфөлә генә түгел, Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм райондарында ла әүҙем үҫешә, халыҡҡа алдынғы белгестәр менән осрашырға, заманса белем һәм практик ярҙамды урындарҙа алыу мөмкинлеген бирә.