Башҡортостан башҡа дәүләттәр менән араһын яҡынайта

Ошо көндәрҙә республиканан Төньяҡ Осетияға беренсе пассажир лайнеры осто.
  • Башҡортостан башҡа дәүләттәр менән араһын яҡынайта

«Өфө – Владикавказ» тура авиарейсы менән хәҙер һәр йома файҙаланырға мөмкин. Беренсе пассажирҙар менән беҙҙең хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева осрашты.

Беренселәрҙән булып теркәлгән Шакировтарға «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан махсус бүләк тә тапшырылды. Ғаилә балаларын йәйге ялға олатаһы менән өләсәһенә оҙата.

Шакировтар ғаиләһе был йүнәлештә даими пассажирҙар, сөнки унда Симаның ата – әсәһе, йәғни балаларҙың олатай-өләсәһе йәшәй. Элек Минераль Һыуҙар, Мәскәү аша урау юлдар үтеп осорға тура килһә – хәҙер тура рейсҡа билеттар һатып алып ҡыуанабыҙ, ти улар.

Элек Владикавказға барып етеү өсөн кәм тигәндә алты сәғәт ваҡыт киткән. Хәҙер тура рейс ни бары өс сәғәттә алып бара. Башҡортостандан тәүге самолет тулы, 180 пассажир менән ҡуҙғалды.

Тәүге пассажирҙар билет һәм багаждарын рәсмиләштергән арала аэропорттың техник хеҙмәттәре рейсҡа һауа лайнерын әҙерләй.

Авиарейс, күпер кеүек, Рәсәйҙең алыҫ, әммә рух буйынса яҡын төбәктәрен тоташтыра. Республикабыҙға Башҡортостандың төп символдарының береһен бүләк иткән автор һәм билдәле скульптор Сосламбек Тавасиев та Төньяҡ Осетиянан. Тағы бер осетия вәкиле  — армия генералы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Исса Плиев — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ингән кавалерия корпусы менән командалыҡ итә.