Ошо йәһәттән, Башҡортостан парламентында яңы закон ҡаралыуы ихтимал. Был аҙым үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы авариялар һанын бер ни тиклем сикләү мөмкинлеген бирергә тейеш. Ошондай документ әле күрше Татарстанда, Кемерово өлкәһендә ғәмәлдә. Проект юридик статус алған осраҡта, яғыулыҡ ҡойоу станциялары операторҙары мотоцикл, питбайк менән идара иткән үҫмерҙәрҙең документтарын һорарға хоҡуҡлы. Транспорт сараһы хужаһының таныҡлығы юҡ икән, уға бензин һатылмай.
Башҡортостанда бөгөн Руль артына ултырма, малай!" акцияһы ла бара. Был сара балалар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында ойошторола. "Руль артына ултырма, малай!" кампанияһы сиктәрендә юлдарҙа рейдтар көсәйтелә, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн лекциялар һәм әңгәмәләр үткәрелә.







