Пробирка эсендәге матдә медицина препаратына әйләнеп, дарыухана кәштәләренә эләккәнсе оҙон юл үтә. Нефть химияһы һәм катализ институты бинаһында фәнни фантастика булып күренгән әйбер хәҙер ысынбарлыҡҡа әүерелә. Ғалимдар тәбиғәтте алдап, емеш — еләк һәм йәшелсә антиоксиданттарын ябыҡ булған митохондриялар эсенә үтеп инергә мәжбүр итә.
Анна Спивак институтта 1992 йылдан эшләй, ул бөтә ғүмерен химияға бағышлай һәм уның тураһында барыһын да белә. Йәш хеҙмәттәштәре өсөн ул алыштырғыһыҙ остаз һәм уникаль методикаларҙы ғәмәлдә ҡулланыусы белгес.
Ғалимдар әйтеүенсә, махсус матдә диабетты һәм уның эҙемтәләрен, шул иҫәптән, тән ауырлығы менән көрәшеү өсөн тәғәйенләнгән. Ә инде химик ҡушылмалар тағы бер нисә этап үтә.
Был тикшеренеү етди финанс ярҙамы алған. Диабетты дауалау өсөн митохондриаль йүнәлешле препарат булдырыу проекты грант отҡан, хәҙер тикшеренеүҙәр яңы кимәлгә еткән. Өфө ғалимдарының Йошкар-Олалағы хеҙмәттәштәре лаборатор сысҡандар ярҙамында яңы һөҙөмтәләрен һынап та ҡараған. Әйткәндәй, Башҡортостан химиктары ауыл хужалығы өлкәһе өсөн дә яңы тәжрибәләр үткәрә.
Институт ғалимдары бөгөн дисциплина-ара ҙур тикшереүҙәр алып бара. Экологик фунгицидтар һәм юғары һөҙөмтәле органоминераль ашламалар тәү сиратта, мал өсөн төп аҙыҡтарҙың береһе — судан үләненең уңдырышлылығын арттырыуға йүнәлтелгән.
Өфө ғалимдарының фундаменталь эшмәкәрлегенең тәүге һөҙөмтәһе лә бар. Уларҙың тәжрибәһе патент менән дә раҫлана. Шуныһы ла мөһим — Өфө Федераль тикшеренеү үҙәгенең нефть химияһы һәм катализ институтынының ғилми базаһы бөгөн йәш аспиранттар, тимәк, буласаҡ ғалимдарҙан тора.
Шулай ҙа, кеше һаулығы беренсе урында. Әгәр киләсәктә диабетҡа ҡаршы препарат һынауҙы уңышлы үтһә, ул метаболизм ауырыуҙарын дауалауҙа ҙур ҡаҙаныш буласаҡ. Әммә, был медицина тауарын дарыуханалар селтәренә сығарыу өсөн ун йыл дауамында көсөргәнешле эш талап ителә. Алда клиник һынауҙар, һуңынан пациенттар менән бергә клиник тикшеренеүҙәр, токсикологик экспертизалар кеүек һынауҙарҙы үтергә кәрәк. Тик ошонан һуң ғына продукция теркәү үтеп, уға сертификат бирәсәктәр.







