Салауат Юлаев һәйкәленең артабанғы яҙмышы билдәләнде

Монументаль ҡоролма бронза һәм металлдан тулыһынса яңынан ҡойола.
  • Салауат Юлаев һәйкәленең артабанғы яҙмышы билдәләнде

Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.

Апрель айында цехта ҙур комиссия эшләне. Рестовраторҙар һәйкәлдең 80 процентын үҙгәртергә, яңы элементтар эшләргә кәрәк тигән һығымтаға килде. Металл бик юғары сифатлы түгел. Шуға күрә, беҙгә ҡатмарлыраҡ, әммә ышаныслыраҡ һәм, минеңсә, стратегик яҡтан отошлораҡ юл менән барырға кәрәк, тине төбәк башлығы.