Әммә, тап Фәрит Измайлович баш ҡаланың бөгөнгө йөҙөн билдәләүсе, дөрөҫөрәге төҙөүсе авторҙар исемлегенән. Фәрит Рехмуковтың яҙмышы һәм ижады Өфө менән 1962 йылдан бәйле. Ул ваҡыттағы «Башпроект» институтының баш архитекторы вазифаһын үтәгән йәш етәксе, тиҙ арала башҡорт архитекторҙары менән уртаҡ тел табыуға өлгәшә. Берлектәге эш һөҙөмтәһе Өфө йәшәйешендә лә сағылыш таба.
Архитекторҙар ҡала биләмәһен проектлау һәм үҫтереүҙең төп аспекттарын хәл итеүгә берҙәм ҡушыла. Ҡала йылдам киңәйгән саҡта, авторҙар халыҡ иҫәбен дә онотмай, ҡаланың ҡайһы һәм ниндәй яҡҡа үҫешен күҙаллай. Был осор — киләсәккә ҙур һәм етди пландар ҡороу дәүере. Фәрит Рехмуков 1965- 1986, 1993-2005 йылдарҙа Өфөнөң архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығында баш белгес булып эшләй. Уның тағы ла бер тәжрибәһе — 1969 йылдан 1977 йылға тиклем Башҡорт АССР — архитекторҙар Союзы етәксеһе вазифаһы. Тап ошо саҡта баш ҡаланың ысын архитектур йөҙө һүрәткә төшөрөлә лә инде.
Архитектор Рехмуковтың эшен ижад тип тә баһаларға кәрәк. Фәрит Измайловичтың ижад юлындағы иң бейек үрҙәр 60- сы 80 -се йылдарға тура килә. Был ваҡытта Өфөнө заман менән бергә атлаған ҡала тип тә атайҙар. Уңышлы эш нигеҙе — иң яҡшы ҡарарҙар. Архитектор Рехмуковтың хеҙмәт юлы ошо һүҙҙәргә нигеҙләнгән. Шәхси карьера түгел, ә кешеләр тормошо сифаты. Фәрит Измайлович өсөн тағы ла бер ҡағиҙә - талапсанлыҡ. Коллегалары хәтерләүенсә, Фәрит Измайлович хеҙмәттәштәре өсөн ышаныслы иптәш һәм яҡшы дуҫ та була белә. Архитектор Рехмуковтовтың тормошо төҙөлөшкә генә бәйле түгел, ул картиналар авторы, хатта сәхнәгә сыҡҡан һәүәҫкәр актер ҙа. Өфө, Башҡортостан ғына түгел, ә ил архитектураһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, заманса комплекстары, бина һәм ҡоролмаларҙы проектлағаны өсөн Фәрит Рехмуковҡа 1974 йылда «РСФСР-ҙың Атҡаҙанған архитекторы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Фәрит Рехмуковтың архитектур мираҫы, тиҫтә йылдар үтһә лә, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы хайран итә.







