Маҡсат – килеме аҙ булған ғаиләләргә булышлыҡ итеү. Социаль фонд мәғлүмәтенә ҡарағанда, ошондай ярҙам уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа бала алған граждандарға, опекун һәм попечителдәр өсөн тәғәйенләнә. Төп шарттарҙың береһе был категорияға ҡараусыларҙың Рәсәй граждандары булыуҙары, беҙҙең ил биләмәһендә даими йәшәүҙәре. Түләүҙәр билдәләгәндә ғаиләнең финанс, мөлкәт хәле лә баһалана.
Башҡортостанда яңы социаль ярҙам ғәмәлдә
Республикала ике һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, ә үҙҙәре эшләүсе ата-әсәләргә өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.







