Башҡортостанда "Руль артына ултырма, малай!" акцияһы бара

Был сара балалар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында ойошторола.
  • Башҡортостанда "Руль артына ултырма, малай!" акцияһы бара

Быйыл ғына 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашлығында тиҫтәләгән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.Иң йыш осраҡтар иҫәбендә малайҙарҙың мототранспорт менән идара итеүе. Питбайкта йөрөп, юл фәжиғәһендә һәләк булыусылар көндән-көн арта.

«Руль артына ултырма, малай!» кампанияһы сиктәрендә бөтә республика буйлап юлдарҙа рейдтар көсәйтелә, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн лекциялар һәм әңгәмәләр үткәрелә. "Башҡортстан" дәүләт телерадиокомпанияһының "Рәсәй" медиа-үҙәгендә ошо сараға арналған матбуған конференцияһы үтте. Унда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, башҡа ведомство вәкилдәре, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары ҡатнашты.