Өфөлә башҡорт телендә балалар өсөн аудиоәкиәттәр проекты старт алды

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры кескәйҙәргә затлы бүләк - Рәсәй халыҡтары әкиәттәренең башҡорт телендәге аудиойыйынтығын тәҡдим итте.
  • Өфөлә башҡорт телендә балалар өсөн аудиоәкиәттәр проекты старт алды

Уның тәүге әҫәре Сергей Аксаковтың "Ал сәскә" әкиәте. Проект Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан тормошҡа ашырыла. Аудиойыйынтыҡ даими тулыланып торасаҡ. Рәсәй халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һәр теләгән кеше социаль селтәрҙә табып тыңлай аласаҡ.