Яугирҙарға ярҙам оҙатылды

Өфөнән махсус хәрби операцияға аҙыҡ-түлек, дрондар, йәшеренеү селтәрҙәре һәм башҡа кәрәкле тауарҙар оҙатылды.
  • Яугирҙарға ярҙам оҙатылды

"Еңеү өсөн" штабы ай һайын ошондай ылау әҙерләп, машиналар табып, тейешле урынға алып барып еткерә. Ирекмәндәр уны яратып ҡына Валентина тип йөрөтә, ә гуманитар йөк составында "Күк семерка" тип яҙылған. Был машина ла тиҙҙән фронтҡа юлланасаҡ. Ҡасандыр автомобиль профессор Олег Лянцевтың атаһыныҡы булған. Ғаиләнең яҡындары Луганск халыҡ республикаһында йәшәй. Шуға ла улар машина махсус хәрби операцияла яугирҙарға ярҙам итергә тейеш тигән ҡарарға килгән.

Автомобилде индереп ҡуйыуы еңел түгел. Ә гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә алып барып еткереү тағы ла ҡатмарлыраҡ. Был бурысты атҡарып сығырға Рәсәйҙең махсус бәйләнеш булдырыусы компанияһы ярҙам итә. Альфред Сафин инде 62-се тапҡыр бара. Ир бер-нисә тапҡыр Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Запорожье, Курск, Брянск өлкәләренә гуманитар йөк илткән. Иң мөһиме — хәрбиҙәргә ярҙам итеү, ти ир.

Аҙыҡ-түлек, дрондар, селтәрҙәр, төҙөлөш материалдары, тәгәрмәстәр һәм дарыуҙар. Барыһы ла алғы һыҙыҡта һәм госпиталдәрҙә кәрәк. Бөтә республиканан, хатта күрше төбәктәрҙән халыҡ берләшеп, штабҡа әйберҙәр килтерә.

Ирекмәндәр араһында 11 йәшлек Савелий Елизарьев та бар. Штабҡа уны атаһы килтергән һәм шул ваҡыттан алып ярҙам итә. "Еңеү өсөн" штабы бер йыл элек кенә булдырылған. Ошо арауыҡта унда 350 кеше ойошҡан. Төркөм күпселек ирекмән ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Ярҙам итергә теләүселәр араһында студенттар ҙа бар. Улар селтәрҙәр үрәләр, яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр йыялар.

Ярҙамға ирекмән ойошмалары ҡушыла, улар кәрәкле әйберҙәр һатып алырға һәм йөк машинаһына тултырырға ярҙам итә. “Еңеү өсөн” штабы вәкилдәре Халыҡ фронты менән дә әүҙем эш алып бара. Йола буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыр алдынан водителдәрҙе һәм ярҙам итеүселәрҙе былау менән һыйлайҙар. Улар тыл ярҙамын тойһон һәм еңеү беҙҙең яҡлы буласағын белһен өсөн йылы һүҙ һәм йыр-моң менән оҙатып ҡалалар.