Өфөләге Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау 2027 йылда тамамланырға тейеш

Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау баш ҡаланың йәйәүлеләр-транспорт зонаһын булдырыуҙа тәүге тәжрибәһе.
  • Өфөләге Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау 2027 йылда тамамланырға тейеш

Проектҡа ярашлы, күләмле ремонттан һуң автомобиль юлдары киңәйтелмәй, ә киреһенсә, йәйәүлеләр өсөн уңайылыҡтар арттырыла. Әлеге көндә тратуарҙар һалына, электр бағаналары өсөн ер аҫтынан кабелдәр һуҙыла, инженер селтәрҙәрен ҡороуға ла айырым иғтибар.

Октябрь революцияһы урамы үҙенең тарихи ҡиәфәтен һаҡлап яңыртыла. Мәҙәни ҡиммәткә эйә булған биналар һүтелмәй, ә реставрациялана. Өҫтәүенә, йорттарҙы төҙөкләндереү инвесторҙар аҡсаһы иҫәбенә башҡарылырға тейеш.

Электик стилдә ҡыҙыл кирбестән һалынған был йорт советтар союзы осоронда ла ремонт күрмәгән. Бинаны тик буяп ҡына сыҡҡандар. Ә ул иһ?ә быуаттан ашыу балалар баҡсаһы булған. Обьекттың көнсығыш яғынан киң тәҙрәле төкәтмәне иһә 1960-1970-сы йылдарҙа һалалар. Тик шуныһы, хәҙер был йорт урынында нимә буласағы ғына билдәһеҙ.

Өфө арбаты буласаҡ Октябрь революцияһы урамында хәҙер автомобиль юлы ике һыҙатҡа тиклем ҡыҫҡартыла. Тағы бер яңылыҡ — киң тротуарҙар һәм велосипед юлдарын йыһазландырыу. Коммуникациялар ҡороуға, йорттарҙы инженер селтәрҙәренә тоташтырыу ҙа ҙур сығымдар талап иткән эш. Шулай ҙа, төп маҡсат — тарихи урамды Өфөнөң туристик һәм мәҙәни үҙәгенә әйләндереү.