Премьер-министр Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәрендә республикала ғаиләләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән яңы саралар тураһында хәбәр итте. “Ғаилә” милли проекты рухи ҡиммәттәрҙе һәм демографияны яҡшыртыуға, ғаиләләргә ярҙам итеү системаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Төбәктең ошо юҫығында беҙ әүҙем эш алып барабыҙ. Стратегик башланғыстар Агентлығы менән берлектәге сессиянан һуң 300-гә яҡын тәҡдим алдыҡ. Төбәк програмаһына әленән 27 яңы ярҙам сараһы инде, тип бүлеште Андрей Назаров.
Башҡортостанда ғаиләләргә ярҙам итеүҙең 27 яңы сараһы әҙерләнгән
Улар иҫәбендә - яңы өйләнешкәндәр өсөн репродуктив һаулыҡ сертификаттары, йөклө ҡатындарға яңыртылған алмаш карталары бар.







