Эҫем, Йүрүҙән, Ҡариҙел һәм Әй йылғаларының ҡапыл күтәрелеүе көтөлә.
Республиканың көньяғында һәм төньяҡ-көнсығышта, Урал аръяғы райондарында һыу күп. Тау-урман зонаһында ҡар ҡатламы һаҡлана әле. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә лә һыу күп. Был һыу Башҡортостандағы һыу объекттарына — Эҫем, Йүрүҙән, Ҡариҙел һәм Әй йылғаларына ағып төшә. Шуға күрә ошо йылғаларҙың да ҡапыл күтәрелеүе көтөлә.