Республикала был аҙнала 15 градусҡаса йылыта.
Әммә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар ҙа көтөлә. Был иһә ташҡынды тағы ла көсәйтә. Синоптиктар елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етәсәк, тип тә иҫкәртә. Иртәгә һауа температураһы 5-10 градусҡа тиклем, айырым райондарҙа 15 градусҡаса йылытасаҡ.