Өфөлә уҙған дөйөм ҡала өмәһендә 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Тулыраҡ: Өфөлә уҙған дөйөм ҡала өмәһендә 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Өфөлә уҙған дөйөм ҡала өмәһендә 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Был хаҡта бөгөн ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.10 мең квадрат метрҙа урам-юлдар, 1 мең 700 квадрат майҙанда ихаталар таҙартылған. 2 мең 600 кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарылған. Ғәҙәттәгесә унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, ҡала халҡы, студенттар һәм эшләүсе йәштәр әүҙем ҡатнашҡан. Киләһе дөйөм ҡала өмөһен 22 апрелдә үткәреү күҙаллана. Өфө биләмәһен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ 30 апрелгә тиклем дауам итә.