Мәләүез районы Ергән ауылы яны ҡыйлыҡҡа әйләнә бара. Оло юлдан үтеп йөрөгән етәкселәр ҙә был аяныслы хәлде күрмәҫкә тырыша. Күптән ябылған полигон Өфө-Ырымбур юлын бысратып ята. Мәлүез районында урынлашҡан “Нур” полигоны төрлө ойошмалар менән килешеү нигеҙендә эшләй. Бында органик ҡалдыҡтарҙы түгергә ярамай. Шул сәбәпле күп предприятиялар, ойошмалар сүп-сарҙы быға тиклем ябылған полигондарға йә иһә бөтөнләй юл буйына түгеүҙе хуп күрә. Мәләүез районы хакимиәте был турала, күрәһең, бөтөнләй белмәй. Сөнки хакимиәт башлығы әйтеүенсә, сүп-сар Ишембай янындағы полигонға түгелә.Ергән ауылы янындағы полигон инде күптән ябылһа ла, бәләкәй предприятиялар, магазиндар һәм башҡа ойошмалар сүп-сар түгеүен дауам итә. Ергәндә урынлашҡан был сүплек күптән халыҡтың иғтибарында. Унда йәшәүселәр полигонды ябыу тураһында урындағы етәкселеккә мөрөжәғәт иткәне лә бар. Халыҡ мәнфәғәтенән сығып, ҡарар ыңғай хәл ителһәлә үҙгәрештәр һаманда юҡ. Был сүплек ябылһа ла юл ситтәре, зыярат буйҙары ҡалдыҡтар менән тулған. Дәүләт стандарттары буйынса полигон ауыл-ҡасабалар эргәһенән кәм тигәндә лә 1000 метр алыҫлыҡта урынлаштырылырға тиеш. Әммә был сүплектән Ергәнгә тиклем ни бары 350, ә зыяратҡа 100 метр тирәһе.. Мәләүез районында әле ябылған бер-нисә полигон бар. Хатта сүплеккә ингән урында “рекультивация” тигән яҙыуҙарҙа ҡуйылған. Тик ҡыйлыҡтың янына барып етеү менән, шунда уҡ яңы ғына йөрөгән машина эҙҙәре күҙгә ташлана. Мәләүездә сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса “Экотех-Мелеуз” тигән предприятие эшләй. Ул булған ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырып, айырым бүлектәргә тултыра. Унда эшкәртелгән сүп-сарҙарҙан канализация люктары эшләйҙәр. Экологтар белдереүҙәренсә, бындай система, тирә-яҡ мөхит өсөн иң уңайлы һәм отошло ысул.
Сүпте ҡайҙа түгергә?
Тулыраҡ: Сүпте ҡайҙа түгергә?