Шиғри күңелле полковник

Тулыраҡ: Шиғри күңелле полковник

Өфөлә йәшәүсе Миңшәйех Булатов 90 йәшен уҙҙырһа ла, йәштәргә һыр бирмәй. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хеҙмәт ветеранының тормош юлы күптәргә үрнәк булырлыҡ. Етмәһә, ул заман технологиялары менән оҫта ҡуллана. Миңшәйех Булатов үҙенең оло йәшенә ҡарамаҫтан, заман технологиялары менән оҫта ҡуллана. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хеҙмәт ветеранының социаль селтәрҙәрҙә хатта үҙенең сәхифәһе лә бар. Ул унда музыка тыңлай, ҡушылып йырлап та ала.Миңшәйех Тимершәйех улы хәрби кеше булһа ла, ижади күңелле шәхес. Отставкалағы полковник шиғырҙар йыйынтығы һәм автобиографик китап сығарған. Әйткәндәй, уларҙы ла ветеран үҙе компьютерҙа баҫҡан.Саҡмағош районының Тамъян ауылы егете ябай һалдаттан полковник дәрәжеһә күтәрелә. Бар ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлауында бер нисә сәбәп бар. Үҫмер сағынан уҡ Миңшәйех Булатов Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен татырға тура килә. Бигерәк тә, аслыҡ арҡаһында күп кеше ҡырылғаны һуғыш балаһының хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған.Граждандар һуғышында ҡатнашҡан атаһының улына патриотик тәрбиә биреүе, ауылда үрнәк алырлыҡ баһадирҙарҙың ҙа күп булыуы ла этәргес көс биргәндер.Рухлы егет үҙ теләге менән артиллерия училищеһына уҡырға инә. Йәш лейтенант Иҙел буйы хәрби округында взвод командиры вазифаһында хәрби юлын башлай. Артабан Кавказда, Урта Азия, Германия, Белоруссияла хеҙмәт итә.