Мал аҙығы өсөн тәғәйен культуралар майҙаны ла билдәле. Бының өсөн 650 мең гектар ер бүленгәйне.
Ширҡәттәрҙең йәнә бер бурысы – һәр шартлы мал өсөн кәм тигәндә лә 28 центнер аҙыҡ хәстәрләү. Башҡортостан ширҡәттәре ураҡҡа июль уртаһында төшәсәк. Урып-йыйыуға "Баҫыу көнөндә" рәсми старт бирелә. Форум быйыл Башҡорт Дәүләт аграр университетының тәжрибә хужалығы ерлегендә, 10-сы һәм 11-се июлдә ойошторола.







