"Башҡортостан Геройҙары" кадрҙар программаһының дүртенсе модуле тамамланды

Һуңғы дәрестә проект ойоштороусылары махсус хәрби операция ветерандары менән осрашып башҡарған эшкә йомғаҡ яһаны.
  • "Башҡортостан Геройҙары" кадрҙар программаһының дүртенсе модуле тамамланды

"Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы бер йыл элек үҙ эшен башланы. Ул – ил Президенты тәҡдим иткән “Геройҙар Ваҡыты” федераль проектының бер өлөшө. Программала ҡатнашыу өсөн ике меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Уларҙан 70 дәғүәсе генә финалға сыҡҡан.

Уҡытыу дүрт модуль буйынса "Партиот паркы" биләмәһендә үтте. Программала ҡатнашыусылар министрлыҡ вәкилдәре, республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән осрашты, белемен камиллаштырҙы. Һәр -береһенә төбәктең идара итеү командаһынан остаз беркетелде.

Программа махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү маҡсаты менән бойомға ашырыла, тыныс тормошҡа яраҡлашырға, сифатлы белем алырға һәм дәүләт, муниципаль власть органдарында, шулай уҡ республика ойошмаларында етәксе вазифалар биләргә ярҙам итә. Ҡайһы бер ҡатнашыусылар уҡыу ваҡытында уҡ эшкә урынлашты. "Башҡортостан Геройҙары" программаһы әле тамамланмаған, уҡыуҙың дүртенсе модуленә генә йомғаҡ яһалды. Сығарылыш уҡыусыларын иң яуаплы осор - проекттарҙы яҡлау һәм яңы һөнәр һайлау көтә.