Яһалма интеллект – ул алыҫ киләсәк түгел, ә ысынбарлыҡ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала "Яһалма аҡыл технологияларын үҫтереү һәм индереү буйынса" Совет булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
  • Яһалма интеллект – ул алыҫ киләсәк түгел, ә ысынбарлыҡ

Яһалма интеллект иҡтисадҡа, дәүләт идаралығына һәм республиканың башҡа төп тармаҡтарына индерелә. Хатта башҡорт телен үҫтереүгә һәм нефть сығарыу өлкәһенә лә ярҙам итәсәк. Башҡорт теле буйынса Дәүләт имтиханына әҙерләнгәндә һорауҙарҙың беренсе һәм икенсе өлөшөн компьютер тикшерә. Ә өсөнсө өлөшөн уҡытыусыға тапшыралар. Тап бында эште яһалма зиһен менән тикшереү уй-ниәте барлыҡҡа килә, сөнки унда башҡорт телендәге мәҡәлдәрҙе интерпритациялау, логик бәйләнеште тикшереү талап ителә. Шул уҡ ваҡытта был уҡытыусыны алмаштырыу түгел, бары тик ярҙам ғына.

Артур башҡорт теле менән бәйле проекттар менән күптән шөғөлләнә. Эш барышында үҙем дә телде өйрәнә башланым, ти ул. Бөгөнгө көндә мәғәриф системаһы башҡорт теленән имтихан тапшырырға әҙеләнгән ваҡытта бөтә нәмәне өйрәтергә, аңлатырға һәм хаталар өҫтөндә ярҙам итергә тейеш. Бында белгестәргә тап ошо яһалма зиһенде үҙ эсенә алған программа булышлыҡ итә. Ысынлап та, яһалма зиһен хәҙер бөтә өлкәләрҙә лә — телде өйрәнеү, йә имтихандарға әҙерләнгәндә генә түгел, хатта нефть сығарыу өлкәһендә лә ҡулланыла. Рәсәйҙә нефть махсус һурҙырғыстар ярҙамында сығарыла, уларҙы 3 километрҙан ашыу тәрәнлектә булған соҡорға төшөрәләр. Был насостарҙы оҙон һәм ныҡлы кабель ярҙамында электр энергияһына тоташтырырға кәрәк. Бер нисә йыл эсендә кабель туҙыуы ихтимал. Шуға күрә, инженерҙар 3 йылға бер скважиналарҙағы кабельдарҙы һәм ҡорамалдарҙы ҡул менән тикшерә. Был эште ябайлаштырыу өсөн яһалма интеллект ҡулланырға ҡарар итәләр. Әгәр уға күп миҫалдар килтерелһә, ул етешһеҙлектәрҙе кеше кеүек үк яҡшы таный ала. Ошо арҡала нефть компаниялары менән бергә махсус блок булдырыла, ул автоматик рәүештә камералар ярҙамында кабелдәрҙе тикшерә һәм зыянды асыҡлай.

Яһалма интеллект медицинала ла ҡулланыла. Был тармаҡ белгестәре, Чаша Петри тип аталғанды ҡулланып, төрлө анализдар үткәрә. Улар унда микроорганизмдар һәм антибиотиктар менән дисктар урынлаштыра. Белеүебеҙсә, антибиотиктар бөтә кешегә лә ярҙам итмәй. Лабораторияларҙа теге йәки был пациенттың биоматериалы алына һәм 70 төрлө дарыу тикшерелә. Радий Хәбиров республикала "Яһалма аҡыл технологияларын үҫтереү һәм индереү буйынса" Совет булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Яһалма интеллект иҡтисадҡа, дәүләт идаралығына һәм республиканың башҡа төп тармаҡтарына индерелгән дә инде. Уның артабанғы үҫеше стратегик сессияла ҡаралды. Башҡортостан башлығы бөтә министрлыҡтар һәм ведомстволарҙан яһалма интеллект-трансформация һәм пилот сервистарын ҡулланыуҙа тәҡдимдәр көтә. Республиканың Министрҙар Кабинеты ла ошо тармаҡты финанслау сығанаҡтарын һәм күләмдәрен күҙ уңында тоторға тейеш. Төбәк башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, киләсәктә һәр һөнәрҙә яһалма зиһен яҡшы ярҙамсы буласаҡ. Ул табиптар, уҡытыусылар, идарасыларға ваҡытты бушҡа сарыф итмәҫкә, эш сифаты һәм һөҙөмтәһен күтәрергә, бюрократиянан ҡотолорға, хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тиҙләтеү мөмкинлеген бирә. Яһалма интеллект – ул алыҫ киләсәк түгел, ә ысынбарлыҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров. Киләсәктә Яһалма зиһен тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрендә лә әүҙем ҡулланылыр тип көтөлә. Тик кешене алыштыра алырмы, юҡмы? Ваҡыт күрһәтер.