Башҡортостанда киләһе өс көндә ямғыр яуасаҡ

Синоптиктарҙың алдағы көндәргә фараздары бик үк ҡыуандырырлыҡ түгел.
  • Башҡортостанда киләһе өс көндә ямғыр яуасаҡ

Башҡортостанда бөгөн һәм киләһе өс көндә ямғыр яуасаҡ, урыны менән йәшен йәшнәйәсәк. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе республикала төндә һәм көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә.

Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +19, +24°.

Шаршамбы, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, республикала көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +19, +24°. Аҙна аҙағына тиклем ҡояшлы, эҫе көндәр көтөлмәй.