«Театр поезы" Өфөлә!

Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзының 150 йыллығына арналған «Театр поезы» Бөтә Рәсәй проекты Башҡортостанда.
  • «Театр поезы" Өфөлә!

Ил тарихында тәүге тапҡыр ике поезд составы Владивосток-Мәскәү һәм Севастополь-Мәскәү маршруты буйлап бер-береһенә ҡаршы юллана. Көнсығыш маршрут 25 ҡаланы, көньяҡ маршрут 19 ҡаланы, шул иҫәптән, Өфөнө үҙ эсенә ала.

Поезд килеп туҡтау менән артистарҙы Башҡортостандың баш ҡалаһында йыр-бейеү һәм һый-хөрмәт менән ҡаршылайҙар. Башҡортостандың баш ҡалаһына Һамар һәм Һарытау өлкәләренән ижади коллективтары килде. Өфө майҙансығы юбилей театр марафонының төп туҡталыштарының береһе. «Театр поезы" ҡатнашыусыларын, алыҫтан килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне

. Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре Союзының 150 йыллығына арналған "Театр поезы"проектының маҡсаты — бөтә ил буйлап сәйәхәттә төбәктәрҙе берләштереү һәм мәҙәни байлыҡты күрһәтеү. Проект сиктәрендә Владивосток-Мәскәү һәм Севастополь-Мәскәү маршруттары буйынса ике поезд бер-береһенә ҡаршы юллана. Проекттың көнсығыш маршруты 25 ҡаланы, көньяҡ маршруты 19 ҡаланы, шул иҫәптән Өфөнө үҙ эсенә ала. 5 000-дән ашыу артист 280-дән ашыу постановка тәҡдим итә.

Өфөлә Һамар һәм Һарытау өлкәләре коллективтары спектаклдәр күрһәтә. Театр поезы һигеҙ вагондан тора һәм сағыу итеп биҙәлгән. Ә был вагонда актерҙарҙың иң яратҡан урыны-театр буфеты. Уның эсе лә театр тематикаһында. Өфөнөң тимер юл вокзалының көтөү залында Рәсәй театрҙар эшмәкәрлеге союзының 150 йыллығына күргәҙмә ойошторолдо һәм һәүәҫкәр театрҙар ҡатнашлығында ижади программа үтте. Поезд туҡтаған һәр ҡалала ике көнлөк театр фестивале үткәреү ҡаралған, унда спектаклдәр, белем биреү саралары, оҫталыҡ дәрестәре һәм бер идея менән берләштерелгән ижади осрашыуҙар ҡаралған. «Театр поезы» проекты сиктәрендә беҙҙең артистар ҙа тамашасылар алдында 11 һәм 12 июндә сығыш яһаясаҡ. Ә әлегә ике көн дауамында баш ҡала халҡы Һамар һәм Һарытау артистарын беҙҙең сәхнәлә күрә аласаҡ.