Бөгөн Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнә

Сараның төп маҡсаты - башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады булған бөйөк әҙәби ҡомартҡыны мәңгеләштереү.
  • Бөгөн Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнә

Урал батыр эпосы көнө республиканың һәр бер ҡала-районы, башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа субьекттарҙа ойошторолдо. Бөрйән районының «Шүлгәнташ» музей комплексы биләмәһендә тәүге тапҡыр «Урал-батыр» эпосы көнөнә арналған тантаналы саралар үтте.

Матур сара «Урал батыр» эпосы геройы Аҡбуҙат һәйкәле эргәһендәге Йылҡысыҡҡан күле янында ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙан башланды. Халыҡ риүәйәттәренә ярашлы, был һыу ятҡылығының йөҙҙәрсә метр тәрәнлегендә Ер аҫты донъяһы батшаһы Шүлгән йәшәй. Уның батшалығынан беренсе ҡанатлы ат — Аҡбуҙат ярала. Эпостың ошо өлөшөн Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары күрһәтте.

Халҡыбыҙҙың донъя кимәлендәге мәшһүр ҡомартҡыһы милли асылыбыҙҙы, йәшәү мәғәнәһен, тормошобоҙ фәлсәфәһен сағылдыра. Ауыҙ-тел ижады ынйыһын заманында Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған. Уға арнап «Урал батыр» эпосын өйрәнеү класы асылды. Музейҙың баш дизайнеры Тимур Сабитов эшләгән эпостың график схемаһы кабинетта айырым иғтибарға лайыҡ.

Эпоста барған ваҡиғаларҙы ул өс өлөшкә бүлә: туфандан һуңғы ваҡиғалар, геройҙың һәр ҡылығы эҙемтәләргә килтергән ғәмәлдәр, һәм геройҙарҙың ғәмәлдәре һөҙөмтәһе — Көньяҡ Урал йылға — тауҙары барлыҡҡа килеүе. "Урал батыр" — ул тарих ҡына түгел, ә милли мираҫтың фундаменталь өлөшө, башҡорт халҡының идеалдарын, ҡиммәттәрен һәм рухын кәүҙәләндереү. Быуаттар буйына телдән тапшырылған ул ғәҙеллек, көс, изгелек һәм яҡты киләсәккә өмөт билдәһе булып хеҙмәт итә. Башҡортостанда ул — республиканың Ете мөғжизәһенең береһе, тип танылды. 1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған «Урал батыр» эпосында изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, батырҙың халыҡ бәхете хаҡына йәнен фиҙа ҡылыуы хаҡында һүҙ бара.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының «Урал батыр» башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалиә Солтангәрәева эпостан өҙөк башҡарып ҡунаҡтарҙы ҡыуандырҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ғалимдар, рәссамдар һәм фольклорсылар баһалап бөткөһөҙ мираҫты киләсәк быуынға һаҡлап ҡалыу тураһында фекер алышты. Байрам ҙур концерт һәм эпос буйынса театрлаштырылған тамаша менән тамамланды.