Иң мөһимдәренең береһе "Полиметалл" компанияһы менән килешеү. Уға ярашлы, Сибай ҡалаһында һәм Хәйбулла районында яңы эш урындары булдырыла.
8-се июндә Башҡортостанда Урал-батыр эпосы көнөн билдәләнде. Ул республика башлығы Радий Хәбиров Указы менән уҙған йылда булдырылды. Быйыл байрам Бөрйән районында мең ярым, Белорет районында 4 мең самаһы кешене тупланы. Сараға Өфөнөң Аксаков исемендәге паркта йомғаҡ яһалды.
Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республика 112 миллиард һумлыҡ 35 килешеү төҙөгән. Ә Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхитен билдәләүсе Милли рейтингта Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән өсөнсө урын яуланы. Республика был баҫҡысты Сахалин өлкәһе һәм Санкт-Петербург менән бүлеште. Радий Хәбиров, исемлек һөҙөмтәләренә баһа биреп, бөгөн республика халҡы бер маҡсат менән йәшәй һәм эшләй – барыһы ла еңеү өсөн, тип белдерҙе. Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан башлығы форумға йомғаҡ яһап, әҙерлек менән булышҡандарға рәхмәт белдерҙе.
Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Өфө ҡалаһы буйлап сәфәр ҡылды. Ул Октябрь революцияһы урамы һәм Ленин исемендәге паркта төҙөкләндереү эштәре менән танышты. Һуңғыһы 11 октябрь – республика көнөнә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк акцияһы дауам итә. Был аҙнала бригадалар 7 районға бара. Үҙҙәренең һаулыҡтарын Учалы, Әбйәлил, Архангел, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ райондары халҡы тикшертә ала. Табиптар кешеләрҙе бушлай ҡабул итә, бының өсөн алдан яҙылыу талап ителмәй.
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров халыҡтың биләмәләрҙе тәртипкә килтереү эштәренә күпләп зарланыуын билдәләп китте. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, әгәр ҙә быға тиклем юл мәсьәләһе беренсе урында булһа, хәҙер төҙөкләндереү проблемаһы алға сыҡҡан.
Юлдарҙағы авариялар һаны буйынса доклад та тыңланды. Өфө-Аэропорт трассаһында юл-транспорт ваҡиғалары артыуы ихтимал. Сөнки, Чесноковка ауылы янындағы "Бәрҫеүән" йылғаһы аша күперҙә ремонт башланды. Бөгөндән 8 июлгә тиклем объекттың уң яҡ өлөшө ябыла. Автомобилдәрҙе үткәреү өсөн реверсив хәрәкәт булдырыла һәм светофор ҡуйыла.
Был аҙнала ил халҡы Рәсәй көнөн, ә Өфөлә йәшәүселәр ҡала көнөн дә билдәләй. Башҡортостан башлығы байрамды тейешле кимәлдә үткәрергә һәм хеҙмәте менән дан ҡаҙанған кешеләрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләргә ҡушты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй көнө айҡанлы хеҙмәт алдынғыларына, Донбассҡа гуманитар ылау алып барған водителдәргә, предприятие, власть органдары вәкилдәренә орден-миҙалдар тапшырҙы.







