Байрам айҡанлы "Ватанды Һаҡлаусылар" фондының төбәк филиалында социаль координаторҙарҙы тәбрикләнеләр. Ошо көндәрҙә "Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы ойошторолоуға 3 йыл тулды. Ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә фонд махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының терәк-таянысына әйләнде. 115 мең яугирға һәм яҡындарына төрлө ярҙам күрһәтелгән, 135 мең мөрәжәғәт буйынса мәсьәлә хәл ителгән.
Республикала 140 социаль координатор эшләй, улар махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир менән һәр ваҡыт бәйләнештә тора, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итә. Фондта медицина реабилитацияһы буйынса, психологик, юридик ярҙам күрһәтелә, эшкә урынлашыуҙа, протез, коляскалар алыуҙа, торлаҡ шарттарын яраҡлаштырыуға булышлыҡ итәләр. Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан фондтың бер төркөм координаторҙарына фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды. Хеҙмәткәрҙәрҙең еңел булмаған эше илебеҙ ауыр осорҙо кисергән ваҡытта бик кәрәкле һәм мөһим, тип билдәләне "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.







