15 туҡталыш араһында нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙорға мөмкин?

Тулыраҡ: 15 туҡталыш араһында нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙорға мөмкин?

Республика башлығы урындағы хакимиәттәрҙе пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип урынлаштырырға саҡырҙы. Кире осраҡта ҡәтғи саралар күрелеүе ихтимал. Былтыр автобус водителдәре ғәйебе менән теркәлгән юл-транспорт фажиғәләре 8 ярым процентҡа артҡан. 204 аварияла 4 кеше һәләк булған, 324 кеше йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте инспекцияһы автобус водителдәренең бер йылда ғына 125 мең ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡлаған. Водителдәр аҡса артынан ҡыуып салондағы пассажирҙар хаҡында ла, ҡағиҙәләр тураһында ла онота. Яңыраҡ беҙ “Пассажирҙар өсөн һуғыш” тигән махсус репортаж төшөрөп күрһәттек. Беҙҙең хәбәрсебеҙ һәм юл инспекторы “Ҡала мәҙәниәт һарайы” туҡталышынан “Үҙәк баҙарға” тиклем, йәғни 15 туҡталыш араһында 51-се маршрут водителенең 10 тапҡыр ҡағиҙә боҙоуын асыҡланы. Штрафҡа әйләндергәндә был 8 мең һум самаһы.