Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн "Үҙ йортом" дәүләт программаһы әҙерләнә

"Үҙ йортом" дәүләт программаһы льготалы шарттарҙа торлаҡ һатып улыуҙы күҙ уңында тота.
  • Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн "Үҙ йортом" дәүләт программаһы әҙерләнә
Был хаҡта Башҡортостан төҙөүселәр Ассоциацияһы ултырышында билдәле булды. Уны Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Ултырышта ҡатнашыусылар әлеге иҡтисади шарттарҙа төҙөлөш тармағын үҫтереү тураһында фекер алышты.
Бурыстар шул уҡ  — 2026 йылда 3 миллион квадрат метрҙан да кәм булмаған торлаҡ төҙөү. Әле биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүгә баҫым яһала. Республикала 4 миллион ярым квадрат метрға тәғәйен 43 ошондай контракт төҙөлгән. Иң мөһим һорауҙарҙың береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн яңы программалар. Уларға ярашлы, яугирҙар һәм махсус операция ветерандары льготалы торлаҡ һатып алыуға иҫәп тота ала.