Ғәҙәттәгесә, 12 июндә саралар Өфөнөң Дуҫлыҡ монументына һәм Хеҙмәт ҡаһарманлығы стелаһына сәскәләр һалыуҙан башлана. Ленин исемендәге майҙанда концерт, һөнәрселәрҙең күргәҙмәһе ойошторола, гастрономия биләмәһе эшләй. Ошонда уҡ Өфө хакимиәте башлығы Кубогына көрәш буйынса турнир үтә.
Ҡашҡаҙан паркында "Күңелле старттар" тигән спорт фестивале ҡаралған. Инорстың слалом комплексында каноэ һәм байдаркаларҙа ярыштар була. Бөтә парктарҙа ла программалар әҙерләнгән.







