Реконструкция бөтә төбәк буйынса 150 майҙанды көтә. Эштәр федераль һәм төбәк программалары буйынса бойомға ашырыла.
Михайловка ауылындағы сквер яҡэргә-тирәлә йәшәүселәр өсөн берҙән-бер ял итеү урыны. Уға айырым иғтибар бүленә. Мемориаль комплекс яңыртылған, бында заманса яҡтыртыу һәм ағас-ҡыуаҡтар ултыртылған.
Төҙөкләндереүҙең айырылғыһыҙ өлөшө — инженер коммуникацияларын алмаштырыу. Киләсәктә был тирәлә кафе һәм башҡа ял итеү урындарын да төҙөү планлаштырыла.
Был йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүҙе урындағы халыҡ күптән көтә. Ауыл әүҙем үҫешә. Халыҡ һаны арта, күсеп килгән балалы ғаиләләр күп. Төҙөүселәрҙең эш күләме ҙур. Бында балалар майҙансығы, байрамдарҙа сығыш яһар өсөн сәхнә ҡуйыласаҡ, шахмат өҫтәлдәре һәм йәрминкә киосктары ла барлыҡҡа киләсәк.
Өфө бюджеты быйыл урмансы Георгий Рутто исемендәге дендропаркты төҙөкләндереүҙе лә финанслай. Парк оҙаҡ ваҡыт ташландыҡ хәлдә булғанлыҡтан халыҡ бында йөрөмәй. Быйыл иһә барыһы ла үҙгәрә — төҙөкләндереү тамамланғандан һуң өфөлөләр өсөн тағы бер ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк.







