Был мәҙәни сараны ойоштороусылар байрам программаһы менән таныштырҙы. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын сағыу тамашалар көтә. Улар ҡаланың төрлө урындарында үтәсәк. Башҡортостанға илдең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу һәләтле бала килер, тип көтөлә. Һәр ижади коллектив тыуған яҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, халҡының милли сағылышын күрһәткән номерҙар тәҡдим итәсәк.
Сараның хедлайнерҙары — Ay Yola фольклор төркөмө һәм музыкант Зәйнетдин. Балалар фольклориадаһында 10 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге таланттар ҡатнаша.







