Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Мәскәү өлкәһенең Одинцово районында Санкт-петербургтағы террор ғәмәлен ойоштороусыларҙың береһе Аброр Азимов ҡулға алынған.

Федераль именлек хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тап ул үҙ-үҙен шартлатҡан Акбаржон Джалиловты террор ғәмәленә әҙерләгән.

Байконур космодромының тәүге старт майҙансығында “Союз МС-04” корабле менән “Союз-ФГ” ракетаһы ҡуйылды. 20 апрель Рәсәй космонавты Федор Юрчихин һәм Американан Джек Фишер халыҡ-ара космос станцияһына осасаҡ. Улар станцияға 70 килограммға яҡын аҙыҡ-түлек алып бара.

Төркиә байрам итә. Илдә президент вәкәләттәрен киңәйтеү буйынса үткәрелгән референдум йомғаҡтарын халыҡ хуплап ҡаршы алды. Истамбулда Рәжәп Эрдоган яҡлылар, ә Измирҙа уға ҡаршы булыусылар демонстрацияҡа сыҡҡан.

Хөкүмәткә ҡарамаған гуманитар ойошма ирекмәндәре Ливия ярҙарында легаль булмаған мигранттарға ярҙам итеү өсөн диңгеҙгә һикерергә мәжбүр. Италия полицияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы бер-нисә көндә генә ойошма хеҙмәткәрҙәре Урта диңгеҙҙә 2 мең мигрантты ҡотҡарған.